Тәҡүә кеше – Алланың һүҙен, Уның ҡушҡандарын теүәл үтәүсе.
Ғайса – йәһүдсә «Йеһошуа»; был исемдең мәғәнәһе: «Раббы ҡотҡара».
BSK:Luke.3.23-Luke.3.28
BSK:Gen.22.18; BSK:2Sam.7.12-2Sam.7.13
BSK:Gen.21.3; BSK:Gen.25.6; BSK:Gen.29.35
BSK:Gen.38.1-Gen.38.30; BSK:Num.26.21; BSK:1Chr.2.9
BSK:Ruth.4.18-Ruth.4.22
BSK:Josh.2.1; BSK:Josh.6.24
BSK:1Sam.17.12; BSK:Isa.11.1; BSK:2Sam.11.3; BSK:2Sam.12.24
BSK:1Chr.3.10-1Chr.3.14
BSK:2Chr.26.1
BSK:1Chr.3.16; BSK:2Chr.36.1; BSK:2Kgs.24.14-2Kgs.24.15
BSK:1Chr.3.17-1Chr.3.19; BSK:Ezra.3.2; BSK:Hag.1.1
BSK:Luke.1.27
BSK:Luke.2.1-Luke.2.7
BSK:Luke.1.27; BSK:Luke.1.35
BSK:Deut.22.23-Deut.22.24; BSK:Deut.24.1
BSK:Isa.49.1; BSK:Luke.1.31; BSK:Acts.4.12; BSK:Acts.13.38
BSK:Isa.7.14; BSK:Matt.2.14; BSK:Matt.4.14; BSK:Matt.21.4; BSK:Matt.26.56; BSK:Mark.14.49; BSK:John.19.36; BSK:Isa.8.8; BSK:Isa.8.10

Инеш һүҙ

Ҡәҙерле уҡыусы!

Һин ҡулыңа алған был китап – Инжилдең (Яңы Ғәһедтең) башҡорт теленә тәржемәһе. Яңы Ғәһедтән һәм Иҫке Ғәһедтән торған Изге Яҙма, йәғни Библия ер йөҙөндәге иң уҡымлы китаптарҙың береһе.
Яңы Ғәһедтең төп эстәлеге – Ғайса Мәсих тураһында бәйән ителгән Һөйөнөслө Хәбәр. Грек телендәге «һөйөнөслө хәбәр» – «эуангелион» беҙгә ғәрәп теле аша «Инжил» формаһында килеп еткән. Шуға күрә Яңы Ғәһедте йыш ҡына Инжил, йәғни Һөйөнөслө Хәбәр тип йөрөтәләр.
Инжил үҙ эсенә 27 әҫәрҙе: дүрт «Һөйөнөслө Хәбәр» китабын, «Илселәрҙең ғәмәлдәре»н, Ғайса Мәсихтең юлынан барыусы шәкерттәрҙең 21 хатын һәм «Асылыш» китабын алған.
Инжилдең тәүге дүрт китабында Ғайса Мәсихтең шәкерттәре Матфей, Марк, Лука һәм Яхъя Ғайсаның ерҙәге тормошо, башҡарған хеҙмәте, өйрәтеүҙәре һәм күрһәткән мөғжизәләре, Үҙен ҡорбан итеп, кешелекте ҡотҡарыу өсөн үлеүе һәм үлгәндән һуң терелеп тороуын бәйән итә.
«Илселәрҙең ғәмәлдәре» китабында иһә кешеләрҙең Ғайса Мәсихкә булған ышаныстарының ни рәүешле бөтә донъяға тарала башлауы тәфсирләнә. Ул илсе итеп ебәргән шәкерттәр, һис ниндәй ауырлыҡтарға, хәүеф-хәтәргә ҡарамайынса, Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып йөрөгәндәр. Был китап шулай уҡ христианлыҡтың тәүге йылдарын күҙ алдына баҫтырыуы менән дә тарихи ҡиммәткә эйә.
Павел, Петр, Яхъя һәм башҡа илселәрҙең 21 хат-хәбәре лә китапта ҙур урын биләй. Һәр хат имандаштар берҙәмлектәренә йә тәғәйен кешеләргә төбәп яҙылған һәм һәр береһендә мәсихселәрҙең тормошо һүрәтләнә, уларҙың тотҡан имандары тураһында һөйләнелә, Алла хаҡында өйрәтелә, шулай уҡ кәңәштәр һәм нәсихәттәр бирелә.
Һуңғы «Асылыш» китабы йөкмәткеһе буйынса пәйғәмбәрлек итеүгә ҡоролған. Был китап ябай ғына түгел. Унда һәр төрлө образдар бик күп. Улар аша кешелек тарихында Алланың тотҡан урыны асыла, Уның был донъяны хөкөм итеүе һәм урынына «яңы күк һәм яңы ер» тип аталған мәңгелек донъя килеүе хәбәр ителә.
Инжил боронғо грек телендә ике мең йыл тирәһе элек барлыҡҡа килгән һәм уны күп тапҡырҙар ҡулдан күсереп яҙғандар. Шул сәбәпле ҡулъяҙмаларҙың төрлө нөсхәләрендә төрлөсә яҙылған урындар осрай. Әммә уларҙың әһәмиәте әҙ һәм бүтән боронғо яҙмаларға ҡарағанда улар Инжил өсөн күп түгел. Тәржемә өҫтөндә эшләгәндә беҙ мөмкин тиклем иң боронғо һәм абруйлы ҡулъяҙмаларға таянырға тырыштыҡ. Шуға күрә, ҡайһы бер урындар рус телендәге тәржемәләрҙән айырыла. Был урындар төшөрмәләрҙә күрһәтелде.
Китаптың аҙағында тәржемәлә осраған, аңлатып китеү кәрәк булған мөһим һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәргә аңлатма бирелгән һүҙлек индерелде. Шулай уҡ Палестинаның һәм Инжил заманындағы Яҡын Көнсығышта ваҡиғалар булып уҙған ерҙәрҙең карталары бар.
Инжил тәүләп донъя күргән мәленән алып меңдән ашыу телгә тәржемә ителгән, хәҙер улар иҫәбенә башҡорт теле лә өҫтәлде. Тәржемә эшендә филология һәм дин белгестәре, яҙыусылар һәм мөхәррирҙәр ихлас ҡатнашты. Китаптарҙың бер өлөшөн, атап әйткәндә Матфей, Марк, Яхъя бәйән иткән «Һөйөнөслө Хәбәр»ҙәрҙе, «Илселәрҙең ғәмәлдәре»н һәм бер нисә хатты билдәле башҡорт яҙыусыһы Әхиәр Хәким тәржемә итте. Йыйынтыҡҡа ингән бүтән әҫәрҙәрҙе тәржемә итеү һәм уларҙы китапҡа әҙерләүҙә шулай уҡ Илгизәр Бураҡаев менән Гөлнара Мостафина ҙур көс һалды.
Изге Яҙманы тәржемә итеү институты тәржемәселәргә, мөхәррирҙәргә, шулай уҡ Инжилде башҡорт телендә донъяға сығарыуҙа ҡатнашҡан барыһына ла оло рәхмәтен белдерә.

Изге Яҙманы тәржемә итеү институты

МАТФЕЙ БӘЙӘН ИТКӘН ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘР



башҡорт теле
http://ibt.org.ru/bible
Инжилдең (Яңы Ғәһедтең) башҡорт теленә тәржемәһе.


Copyrighted: © Muxaddes Kitaptı awdarıw institutı, 2005, 2009, 2013

Институт перевода Библии
Институт перевода Библии, 101000 Москва, Главпочтамт, а/я 360
ibt_inform@ibt.org.ru
back
close
:
prev / next

Ғайсаның шәжәрәһе

1 Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе.
2 Ибраһим Исхаҡтың, Исхаҡ Яҡубтың, Яҡуб Йәһүҙәнең һәм уның ағай-энеләренең атаһы;3 Йәһүҙә Фамарҙан тыуған Фарес һәм Зерахтың атаһы; Фарес Есромдың, Есром Арамдың,4 Арам Аминадавтың, Аминадав Наассондың, Наассон Салмондың,5 Салмон Рахавтан тыуған Воостың, Воос Руфтан тыуған Овидтың, Овид Иессейҙың,6 Иессей Дауыт батшаның атаһы ине;
Дауыт Урияның ҡатынынан тыуған Сөләймәндең,
7 Сөләймән Ровоамдың, Ровоам Авияның, Авия Асаның,8 Аса Иосафаттың, Иосафат Иорамдың, Иорам Озияның,9 Озия Иоафамдың, Иоафам Ахаздың, Ахаз Езекияның,10 Езекия Манассияның, Манассия Амондың, Амон Иосияның атаһы ине;11 Израиль халҡы көсләп Вавилонға күсерелгән дәүерҙә Иосияның улы Иоаким һәм уның ағай-энеләре тыуҙы.
12 Вавилонға көсләп күсерелгәндән һуң Иоакимдың улы Салафиил тыуҙы. Салафиил Зоровавелдең,
13 Зоровавель Авиудтың, Aвиуд Елиакимдың, Елиаким Азорҙың,14 Азор Садоктың, Садок Ахимдың, Ахим Елиудтың,15 Елиуд Елеазарҙың, Елеазар Матфандың, Матфан Яҡубтың,16 Яҡуб – Мәрйәмдең ире Йософтоң атаһы ине. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы.
17 Шулай итеп, Ибраһимдан Дауытҡа тиклем бөтәһе ун дүрт быуын, Дауыттан алып Вавилонға көсләп күсерелгән ваҡытҡа тиклем ун дүрт быуын һәм Вавилонға күсерелеп, Мәсих тыуғанға тиклем ун дүрт быуын булды.

Ғайсаның тыуыуы

18 Ғайса Мәсихтең тыуыуы былай: әсәһе Мәрйәм Йософ менән йәрәшелгән була, әммә улар өйләнешкәнсе үк Мәрйәмдең Изге Рухтан балаға ҡалғаны асыҡлана.
19 Ире Йософ иһә, тәҡүә кеше булараҡ, Мәрйәмде оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, йәрәшеүҙе йәшерен генә өҙөргә ниәтләй.20 Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә.
– Дауыт нәҫеленән булған Йософ, Мәрйәмде кәләш итеп алырға ҡурҡма! – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.
21 Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.
22 Былар барыһы ла Раббының пәйғәмбәр аша:
23 «Бына ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалыр
һәм ир бала табыр. Уға Еммануил
тип исем ҡушырҙар», –
тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды.
«Еммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.
24 Йософ, йоҡоһонан уянғас, Раббы фәрештәһе ҡушҡанды үтәй: ул Мәрйәмгә өйләнә.
25 Әммә, Мәрйәм Улын тыуҙырғансы, Йософ уның менән яҡынлыҡ ҡылмай. Балаға ул Ғайса тип исем ҡуша.
prev / next