BSK:Acts.18.1-Acts.18.17; BSK:Rom.1.7
BSK:2Cor.8.7; BSK:2Cor.9.11
BSK:Luke.17.30; BSK:1Thess.3.13; BSK:1Thess.4.16-1Thess.4.18; BSK:Phil.3.20
BSK:Phil.1.6
BSK:John.17.21; BSK:1John.1.3; BSK:1Thess.5.24; BSK:2Thess.3.3; BSK:Heb.10.23
BSK:1Cor.11.18
BSK:1Cor.3.3
BSK:Acts.18.24; BSK:Acts.19.1; BSK:1Cor.3.4-1Cor.3.5; BSK:1Cor.4.6; BSK:1Cor.6.12; BSK:Titus.3.13; BSK:John.1.42
BSK:Eph.4.4-Eph.4.5
BSK:Acts.18.8; BSK:Rom.16.23
BSK:1Cor.16.15
BSK:2Cor.10.10
BSK:1Cor.2.1; BSK:2Cor.2.15; BSK:Rom.1.16
BSK:Isa.29.14
BSK:Prov.21.30; BSK:Isa.44.25; BSK:Rom.1.22; BSK:1Cor.3.19
BSK:Matt.12.38; BSK:Mark.8.11; BSK:John.2.18; BSK:John.4.48; BSK:John.6.30
BSK:Gal.5.11
BSK:1Cor.2.7; BSK:Col.2.3
BSK:Jas.2.5
BSK:Rom.3.27; BSK:Eph.2.9
BSK:Eph.1.7; BSK:Phil.3.9
BSK:Jer.9.24; BSK:2Cor.10.17

Павелдың Коринфтағы имандаштарға яҙған беренсе хаты



башҡорт теле
http://ibt.org.ru/bible
Инжилдең (Яңы Ғәһедтең) башҡорт теленә тәржемәһе.


Copyrighted: © Muxaddes Kitaptı awdarıw institutı, 2005, 2009, 2013

Институт перевода Библии
Институт перевода Библии, 101000 Москва, Главпочтамт, а/я 360
ibt_inform@ibt.org.ru
back
close
:
← prev / next

Сәләмдәр һәм рәхмәттәр

1 Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған Павелдан һәм имандашыбыҙ Софсендан
2 Коринфтағы имандаштар берҙәмлегенә, Ғайса Мәсих аша Аллаға бағышланғандарға, Уның изгеләре булырға саҡырылғандарға һәм һәр ерҙә лә Раббыға – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә мөрәжәғәт итеүселәрҙең бөтөнөһөнә сәләм.3 Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!
4 Һеҙҙең өсөн Аллама һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым, сөнки һеҙгә Ғайса Мәсих аша Уның мәрхәмәте бүләк ителде.
5 Шул сәбәпле Ғайса Мәсих аша һеҙ Рух тарафынан бирелгән бөтөн һүҙҙә лә, белемдә лә байынығыҙ.6 Шуның менән һеҙҙең арағыҙҙа Мәсих хаҡындағы шаһитлығыбыҙ раҫланды.7 Шуға күрә, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүен көткәндә, бер ниндәй ҙә рухи һәләткә мохтажлығығыҙ ҡалманы.8 Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килгән көндә ғәйебегеҙ булмаһын өсөн, Алла үҙегеҙҙе һуңғы көнгә тиклем нығытасаҡ.9 Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән һеҙҙең арағыҙҙа аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.

Берҙәмлектәге бүленештәр

10 Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән үтенеп һорайым: барығыҙ ҙа бер һүҙҙә тороғоҙ, арағыҙҙа бүленештәр булмаһын, киреһенсә, бер рухлы һәм бер фекерле булығыҙ.
11 Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоя йортондағыларҙан белдем.12 Арағыҙҙағы «Мин – Павелдыҡы», «мин – Аполлостыҡы», «мин – Кифаныҡы», «мин – Мәсихтеке» тип әйткәндәрҙе күҙ уңында тотам.13 Мәсих бүлгеләндеме ни? Әллә Павел һеҙҙең хаҡҡа арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландымы? Бәлки, һеҙ Павел исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үткәнһегеҙҙер?14 Аллаға шөкөр, мин арағыҙҙан Крисп менән Гайҙан башҡа береһен дә һыуға сумдырманым.15 Шуға күрә бер кем дә: «Павел мине үҙ исеме менән сумдырҙы», – тип әйтә алмай.16 Хәйер, уларҙан тыш мин Стефан өйөндәгеләр менән был йоланы атҡарҙым, әммә тағы берәйһен сумдырыуымды хәтерләмәйем.17 Ғайса Мәсих мине һыуға сумдырырға түгел, ә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә ебәрҙе. Вәғәзләгәндә, Мәсих арҡысағының әһәмиәте юғалмаһын өсөн, зирәк һүҙҙәр ҡулланырға тейеш түгелмен.

Арҡысаҡ – Алланың ҡөҙрәте һәм зирәклеге

18 Арҡысаҡ тураһындағы хәбәр – һәләкәт юлынан барыусылар өсөн ахмаҡлыҡ, ә беҙгә – ҡотолоу юлынан барыусыларға – Алла ҡөҙрәте.
19 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Зирәктәрҙең зирәклеген юҡҡа сығарырмын,
аҡыллыларҙың аҡылдарын кире ҡағырмын».
20 Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъя аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?
21 Алла Үҙенең зирәклеге буйынса билдәләгәнсә, донъя үҙ аҡылы менән Уны танып белә алманы. Шуның өсөн Ул иман тотоусыларҙы ахмаҡлыҡ тип һаналған Һөйөнөслө Хәбәр аша ҡотҡарыуҙы яҡшы эшкә һананы.22 Йәһүдтәр мөғжизәләр талап итә, гректар зирәклек эҙләй.23 Беҙ иһә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсихте вәғәзләйбеҙ, был – йәһүдтәр өсөн мыҫҡыллау, башҡаларға – ахмаҡлыҡ,24 әммә Алла тарафынан саҡырып алынғандар өсөн, йәһүдме ул, грек булһынмы, Мәсих – Алла ҡөҙрәте һәм Алла зирәклеге.25 Алланың «ахмаҡлығы» кеше аҡылынан өҫтөнөрәк, һәм Алланың «көсһөҙлөгө» кеше көсөнән ҡеүәтлерәк.
26 Имандаштар, Алла саҡырған ваҡытта һеҙ кем инегеҙ? Арағыҙҙа әҙәмсә фекер йөрөткән аҡыллылар ҙа, ҡөҙрәтлеләр ҙә, затлы нәҫелдән булғандар ҙа күп түгел ине бит.
27 Әммә Алла, аҡыллыларҙы һәм көслөләрҙе юҡҡа сығарыр өсөн, донъя самаһы буйынса ахмаҡ һәм көсһөҙ тип һаналғандарҙы һайлап алды.28-29 Береһе лә Алла алдында маҡтанмаһын өсөн, донъяла мөһим һаналғандарҙы хур итер өсөн, Ул донъяның әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләнгәндәрен һәм кәмһетелгәндәрен һайлап алды.30 Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих – беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәклек, Ул беҙҙең хаҡлығыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан азатлығыбыҙ.31 Шулай итеп, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын».
← prev / next